Ледяев / Степанов
7 “ Сəнғəт – үткəн эпоханың ысынбарлыҡ сағылышы ” күргəҙмəһе күренекле Ырымбур рəссамдары Н . М . Ледяевтың (1893-1974) һəм А . Ф . Степановтың (1891-1965) 120 йыл тыуыуына тура килтерелгəн . Уларҙың ижады тарихтың фажиғəле ваҡытына тура килə : 1917 йылдың революцияһы , граждандар һуғышы , Бөйөк Ватан һуғышы (1941-1945), һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар . Ледяев һəм Степановтың ижадында рəсемдəренең иң яҡшы рус реалистик традициялары , уларға хас булған ысынбарлыҡ иғтибары , тыуған илде һөйөү һəм сəнғəттең юғары дəрəжəһендə тоғролоҡ һаҡланып ҡалынған . Беҙ Ледяевтың тематик рəсемдəрендə Ырымбур яғының 30- сы йылдарҙағы һуғыш ваҡытына тиклемге эс бошорғос тормошто күрəбеҙ . Һуңға табаныраҡ Ледяев пейзаж жанрына ғына мөрəжəғəт итə , Степанов – натюрмотртҡа , йəғни рəссамдар ижади эҙлəнеүҙəренə яҡын жанр һайлайҙар . Натюрморттар , пейзаждар рухи , эмоциональ , заман мөхите , тойғолар , ҡорҙаштарының кисерештəрен һаҡлап ҡала алалар . Ледяев менəн Степановтың рəсемдəрендə халыҡ тормошоноң үткəн йылдарҙа ҡатмарлы ижтимағи , əхлаки , эстетик тирбəлеүҙəре асыҡлана . Н . М . Ледяевтың үткəн йылдарҙың көнкүренеше өйҙең интерьерында асыла . Əммə был урыҫ зыялыйҙың өйө – пианино , стеналағы һүрəт . Һəм шуларҙың араһында һуғыштың беренсе көнөндə үк үлеп ҡалған улдарының портреты , уның асыҡ күҙҙəре күңел əрнеүе менəн тулған . Ледяев һүрəтлəгəн рəсемдəрҙə əсенеү һəм əрнеү мəңгелеккə был өйҙə урынлашҡан , был өйҙə генəме икəн ... Əсенеү менəн əрнеү – уртаҡ . Пейзажда тəбиғəт бик тын , ябай , ул көндө , айырыуса , һоро төҫтəр менəн тасуирларға яратҡан . Шулайҙа уның тəбиғəте – бөйөк йыуатыусы һəм һауыҡтырғыс . Ҡайындарҙың , йəмле аҡландарҙың , текə ярлы Уралдың , уҫаҡтарҙың матурлығы – бөтөнөһө лə таныулы һəм күңелгə яҡын . Ледяевтың пейзаждары оҫта художестволы . Тəбиғилек , эскерһеҙлек бигерəк яғымлы , шуға күрə этик , əхлаки əһəмиəте ахыр сигендə ысын сəнғəтте билдəлəй . Н . Ледяев
Made with FlippingBook
RkJQdWJsaXNoZXIy NDUwMzE0