Ледяев / Степанов

8 менəн А . Степановты нəҡ шундай рəүешле ижад сифаты берлəштерə . А . Степанов - талантлы , үҙенсəлекле , колористик оҫталығына эйə булыусы рəссам . Ул тулы натюрмортта ғына кəүҙəлəнə ала , был сəйəси əһəмиəтлегенə йыраҡ жанрҙа . Уға йылдан йыл сюжетлы композиция яҙырға тəҡдим иткəндəр . Ул матур , төҫлө эскиз яһаған , əммə шуның менəн генə эш тамамланмаған . Ғаилəне ашатыр өсөн аҡса эшлəргə кəрəк булған . Телəһə ниндəй эшкə тотонған , сəнғəт студияһында уҡытып йөрөгəн , əммə ул ғына аҡса етмəгəн . Ҡатыны ауырыу булғанға , бөтөн өй эштəре уның яурынына ятҡан , мейес яғырға кəрəк , ə утын баҙарҙа ғына һатылған . Шуға күрə уның тапҡан аҡсалары бер ҙə етмəгəн . Мольберт алдында баҫыу уның өсөн бик бəхетле , иң ҙур ҡыуаныслы хəл була . Шуға ла натюрморттары асыҡ , тулы яңғырашлы , ғүмер менəн тулған . Ул шундай дəртле итеп эшлəгəн , һүрəтте киң алымдар менəн төшөргəн . Əммə бында ла анһат ҡына түгел . Провинцияла уның эштəре һатылмаған . Танылыу уға 60- сы йылдарҙа ғына шəхси күргəҙмə үткəргəс килə , шунда уның һүрəттəрен күреп , австрия əҙибəһе Д . Кьюсак бик ҙур шатлыҡ кисерə . Бəхеткə ҡаршы музей Степановтың коллекцияһын ваҡытында һатып ала . Степанов үҙенең натюрморттары менəн реаль донъяға ҡаршы сыға : тантаналы , асыҡ , донъя тыуҙыра һəм унда бик матур гөллəмəлəр , түгелгəн алмалар , емештəр , йəшелсəлəр . Донъяның матурлығы Степанов өсөн төҫ мəғəнəһендə , күлəм мөнəсəбəтенең тəьҫирлегендə . Ул бер ваҡытта ла иллюзиялар һүрəтлəүгə төшмəй . Ледяев менəн Степановтың эштəре бөнгө көндə лə беҙгə ҡояш яҡтылығы кеүек ихлас ҡыуаныс , оптимизм , рухи мəнфəғəттəр биреп тора . Сəнғəт белгесе , ғилми эш буйынса директор урынбаҫары , Лидия Медведева .

RkJQdWJsaXNoZXIy NDUwMzE0